Ҡорбан байрамына арналған төп саралар Ләлә мәстендә үтте

Тулыраҡ: Ҡорбан байрамына арналған төп саралар Ләлә мәстендә үтте

Бында меңәрләгән мосолман өсөн 200-ләп баш һарыҡ ҡорбанға салынды. Иртән иртүк байрамса кейенгән халыҡ мәсеткә ашыҡты. Быйыл оло байрамдың беренсе сентябрьгә тура килеүенә ҡарамаҫтан, бер-береһен байрам менән ҡотларға һәм ҡорбан салыу ниәте менән ике меңгә яҡын кеше килде. Изге йорттоң имам-хатибтары йыйылған халыҡты байрам менән ҡотланы, вәғәз һөйләне. Намаҙ ҡылып, рәхмәттәр уҡылғас, халыҡ ҡорбан салыу урынына йыйылды.Ләлә-Тюльпан мәсетенә генә ике йөҙгә яҡын һарыҡ килтерелгән. Ҡорбан байрамының асылы малдың йәнен алыуҙа түгел, ә мал-мөлкәтеңде Аллаһы тәғәлә рәхмәтенә Ҡорбанға килтерергә әҙер булыуҙа.Был көндәрҙә дингә инанған һәр кешенең күңеле миһырбанлылыҡ һәм ғәҙеллек, яҡыныңдың хәлен уртаҡлашыу, уның хаҡында хәстәрлек күреү кеүек изге тойғолар һәм яҡты уйҙар менән һуғарыла. Быуаттар дауамында был изге байрам мосолман донъяһы халыҡтарын берләштерә. Ләлә мәсетендә алыҫ юлды яҡынайтып килгән кешеләр ҙә осраны.Башҡортостанда Ҡорбан ғәйете киң билдәләнә. Шуға ла ололар ғына түгел, йәш быуын да был изге байрамдың мәғәнәһен яҡшы аңлай. Изге юлға баҫыу бер ваҡытта ла һуң түгел. Ҡырҡ алты йәшенә еткән Салауат та дөрөҫ юлды һайлауына шат. Изге урынға кешеләрҙең дә күпләп йөрөүе күңелгә дәрт өҫтәй, этәргес булып тора, ти ул. Ҡорбан ғәйете төрлө милләт вәкилдәре, халыҡтар араһындағы татыулыҡты ла сағылдырыусы байрам. Өс көн дауамында бөтә мосолман халҡы донъяның төрлө мөйөшөндә байрам шатлығын бер-береһе менән бүлешә, йорттарында байрам ашы ойоштора, ҡорбан табындарына йыйыла.Ҡорбан һүҙе яҡынайыу мәғәнәһендә, Аллаһы Тәғәләгә изге ғәмәлдәр менән яҡынайыуҙы аңлата. Байрам көнөндә ҡорбан ҡылыу иң ҙур сауаптарҙан һанала.