Өфө уртаһындағы солоҡ

Тулыраҡ: Өфө уртаһындағы солоҡ

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар, тиҙәр халыҡта. Бигрәк тә солоҡ балы киң танылыу яулаған. Хәҙер ҡырағай урман балын Бөрйән яҡтарына юлланмайынса, Өфө ҡалаһында ла тәмләп ҡарарға мөмкин. Камил .... умартасылыҡ менән 5 йыл шөғөлләнә. Әле иһә ул Өфө уртаһында Бал йыйған ҡырағай ҡорттарҙың беренсе уңышын йыя. Бынан өс йыл элек үк умартасы ҡала уртаһына солоҡ ҡуйып бал һарҡытып ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйған була. Ниһәйәт үҙенсәлекле һынау уңышлы үтте, ти Камил Әлегә тиклем боронғо шөғөл тик ҡурсаулыҡтарҙа ғына һаҡланып килгәнгә, белгестәр бал ҡорттарының ҙур ҡала уртаһында ла солоҡҡа ҡунып, бал ташый алыуына шикләнә ине. Тәбиғәт киреһен дәлилләне. Өфө уртаһындағы сауҡалыҡтарҙың береһендә урын алған биш солоҡтоң икәүһенә генә бал ҡорттары ҡунған. Башҡортостан ҡырағай урман балын....- Ер йөҙөндәге берҙән-бер урын. Хәҙер иһә солоҡ балын Өфөлә лә тәмләп ҡарарға мөмкин. Ҡырағай бал үҙенең ҡараһыу төҫө менән айырылып тора. Шулай уҡ бындай бал файҙалыраҡ та, ти белгестәр. Умартасылар ҡырағай ҡорттарҙы йылына бер тапҡыр ғына борсоғанға күрә, бал өлгөрөп етә ти улар. Гәрәбә киҫәктәрендә күпләп микроэлементтер барлығы, ә зыянлы ҡатышмаларҙың бөтөнләй юҡлығы ла иҫбат ителгән. Халҡыбыҙҙың иң боронғо шөғөлдәренең береһе – бал ҡорто үрсетеү, бал алыу серҙәренә бик аҙҙар ғына эйә булып, уның нескәлеген дѳрѳҫ аңлап эш итә белеүҙәре зарур, ти тәжрибәле умартасылар. Шуға күрә умартасылыҡҡа тотонғандарҙың барыһына ла түҙемлек, оҫталыҡ талап ителә, ти улар.