Тиҫтәләгән театр, йөҙәрләгән актер

Тулыраҡ: Тиҫтәләгән театр, йөҙәрләгән актер

Халыҡ-ара кимәлдә уҙған “Туғанлыҡ” фестивале төрки телле театрҙарҙы бергә туплай. Жан Ануй, Уильям Шекспир, Альбер Камю, Жан Батист Мольер. Донъя классиктары яҙған үлемһеҙ спектаклдәр хәҙер милли театрҙар репертуарында ла төп урынды алған. Өфөләге “Туғанлыҡ” фестиваленә саҡырылған ижади труппалар тамашасыларға, баһалама төркөмөнә тап иң юғары кимәлдәге драматик әҫәрҙәрҙе тәҡдим итә. Әлбиттә, был конкурс эштәре төп бүләкте алыуға йүнәлтелмәгән. Бөгөн иң мөһим бурыс — төрки телле, йәғни, милли театрҙарҙың ысынлап та ижади яҡтан көслө икәнлеген иң юғары кимәлдә раҫлау. Хәҙер алтынсыға уҙғарылған “Туғанлыҡ” форумының тарихы 1991-се йылдан яҙылып килә. “туғанлыҡ” – тимәк берләшеү, туғанлашыу. Ҡырғыҙстандан килгән артистар ҙа, хакас сәхнәһе оҫталары ла ошо фекерҙә.

“Туғанлыҡ” фестивале өлгөһө менән монгол һәм финн-уғыр телле театрҙар ҡыҙыҡһына. Хәҙер ошо форум мөмкинлектәрен тағы киңәйтеү юлдары тикшерелә. Тиҙҙән монгол, финн-уғыр телле театрҙарҙың да ошо фестивалгә ҡатнашыусы булараҡ саҡырылыуы бар.

Өфө хәҙер төрки телле театрҙарҙың баш ҡалаһына әйләнде. Тап ошо форумда милил театрҙарҙағы иң яҡшы спектаклдәр аталып. Иң яҡшы артистар билдәләнә. “Туғанлыҡ” фестивален сәхнә хужалары – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры башланы. Тәүге кистә “Антигона” спектакле күрһәтелде.

Фестиваль милли театрҙар репертуары менән генә таныштырыуға ҡоролмаған. Форум барышында ҡараласаҡ мәсьәләләр бихисап. Уларҙың береһе, мәҫәлән, режиссура мәктәбен үҫтереүгә лә бәйле. Әлеге минуттарҙа ошо йәһәттән тәүге түңәрәк өҫтәлдәр үтә.