Бөгөн төрки телле театрҙарҙың алтынсы халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале тамамлана. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында киске етелә фестивалдең еңеүселәре иғлан ителәсәк. Бер аҙна дауамында барған бай программаға хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова байҡау яһаны. Кисә генә башланған кеүек ине фестиваль, ете көн гөрләп, үтеп тә киткән. Тамашасылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа уның үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Төрлө театрҙарҙан килгән коллектив вәкилдәре мастер-класстар, осрашыуҙар, Өфө буйлап сәйәхәт һәм спектаклдәрҙең береһенән сығып, икенсеһен күрергә, тип ашыҡты. Милли театрҙарҙы үҫтереү өсөн башлап ебәрелгән "Туғанлыҡ" фестивале хәҙер иһә театр донъяһының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Фестивалдә тиҫтәләгән театр коллективы ҡатнашты. Уларҙың спектаклдәре лә үҙенсәлекле, актерҙар составы ла ҡыҙыҡлы — кемдәрелер яңыраҡ эшләй башлаған һәм "Туғанлыҡ" фестивалендә тәүгә ҡатнаша, тәжрибәлеләре лә байтаҡ. Сыуаш дәүләт академия драма театры актрисаһы Нина Яковлева — беренсе "Туғанлыҡ"та ҡатнашып "Иң яҡҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында еңеү яулаған. Сараны ойоштороусылар ҡунаҡтар өсөн байрамдар ҙа әҙерләгәйне. Шуларҙың береһе — театр йыйынын күреү өсөн ҡунаҡтар Ҡырмыҫҡалы районына юлланды. Ниндәй йыйын һый-хөрмәтһеҙ үтһен инде. Милли ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Һыбайлылар, иң көслө көрәшсегә һарыҡ, уйын-көлкө — барыһы ла һабантуйҙағыса. Һабантуйҙан әйләнеп ҡайтыу менән, фестиваль ҡунаҡтары йәнә спектаклдәргә ашыҡты. "Туғанлыҡ" фестиваленең һөҙөмтәһе булып Рәсәйҙә театрҙары фестивален дә булдырыу кәрәклеге тураһында фекерҙәр кисә “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында яңғыраны. Киләһе "Туғанлыҡ" фестивален Башҡортостан 2019 йылда ҡаршы аласаҡ.
Бүләккә - башҡорт тирмәһе
Тулыраҡ: Бүләккә - башҡорт тирмәһе