Прививка яһатырғамы-юҡмы?

Тулыраҡ: Прививка яһатырғамы-юҡмы?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 2017-2018 йылдарҙа грипптың ниндәй төрө тараласағын фаразлай. Быйыл вирустың яңы штаммы көтөлә. Ғалимдар уға “мичиган” тигән исем дә биргән. Эпидемияны иҫкәртеү өсөн Башҡортостанда ашығыс саралар күрергә мәжбүр.

Беренсе синыфта уҡыған Олег Кузнецовҡа кеүек Илзараға ла уның ата-әсәһе йыл һайын гриппҡа ҡаршы вакцина эшләтә. Махсус препарат һалдыртыу бала сәләмәтлегенең төп нигеҙе, ти Илзараның әсәһе.

Грипп миҙгел ауырыуы ғына тип иҫәпләнһә лә, эпидемия йыл һайын миллиардтарса һумлыҡ зыян килтерә. Сир тәү сиратта балаларҙы, эшкә һәләтле граждандарҙы аяҡтан йыға. Өфөләге икенсе һанлы балалар поликлиникаһында ғына октябрь уртаһына тиклем 30 меңдән ашыу балаға вакцина эшләргә тейештәр.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы быйыл киҙеүҙең яңы төр штаммын көтә. Мәскәү табиптары, мәҫәлән, вирустың Мичиган тип аталған өлгөһөнә әҙерләнә. Был исем эпидемиологтарға яҡшы таныш. Ауырыу Башҡортостанға килеп етмәҫ, тигән ышаныс та бар. һис юғында республиканың ҡулалныусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы ошо хаҡта белдерә. Шулай ҙа аш бер эн бер вирусы, халыҡ теле менән әйткәндә, сусҡа киҙеүенән бөгөндән һаҡланырға кәрәк.

Башҡортостан бөгөндән үк балалрҙың кәм тигәндә лә 50 процентына вакцина яһарға әҙер.

Башҡортостан грипп эпидемияһына әҙерләнә. Быйыл киҙеүҙең иң ныҡ көсәйгән осоро декабрь аҙағы, ғинуар уртаһына тура килер, тип көтөлә. Вирустың яңы штаммдары көтөлмәһә лә, быға тиклем осраған өлгөләре һаулыҡ өсөн ныҡ ҡурҡыныс. Эпидимиологтар ошо турала белдерә. Ауырыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән, республикала махсус саралар бара. Киләһе айға тиклем вакциналар яһаласаҡ. Махсус препараттар миллион алты йөҙ мең кешегә тәғәйенләнгән. Был Башҡортостан халҡының теүәл 40 проценты. Төп иғтибар уҡыусылар, студенттар, уҡытыусы һәм табиптар, оло йәштәге граждандар – пенсионерҙарға бүленә.

Башҡортостанда бөгөн вакцинацияға барлыҡ дарыуханалар ҙа йәлеп ителгән. Махсус кампания октябрь уртаһына тиклем барасаҡ.