Яңы ҡоролма

Тулыраҡ: Яңы ҡоролма

Өфө дәүләт нефть — техник университеты аспиранттары боҙ аҫтынан нефть ҡалдыҡтарын таҙартыу технологияһын уйлап тапҡан. Бындай ҡоролма әле Рәсәйҙә лә, донъяла ла теркәлмәгән. Белгестәр әйтеүенсә, ул экологик һәләкәттәрҙе тиҙ арала юҡ итергә ярҙам итәсәк.

Арктикала урынлашҡан нефть платформаларында авария сыға ҡалһа, уның эҙемтәләре 2010-сы йылда мексика ҡултығындағы һәләкәттән дә ҡурҡынысыраҡ буласаҡ, тип фаразлай ғалимдар. Фән белгестәр билдәләүенсә, бөтә үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы юҡҡа сығасаҡ. Сөнки, нефть компаниялары ҡалын боҙ ҡатламы аҫтынан ҡара алтын ҡалдыҡтарын таҙарта алмаясаҡ.

Өфө дәүләт нефть-техник университеты аспиранты Александр Кодак уйлап сығарған технология ошо мәсьәләне хәл итер тип көтөлә. Ҡоролма ябай ғына. Ул электр двигателенән, һыу тултырылған аквариумдан, пенопластан һәм һыуҙы өйрөлтөүсе винттан тора.

Эксперименталь ҡоролма бер нисә тапҡыр һынау үткән. Уны хатта нефть компаниялары етәкселәренә, ғалимдарға күрһәткәндәр һәм ыңғай фекер ишеткәндәр. Яңы технология боҙ аҫтындағы һыуҙа ҡара алтынды йыйып, һуңынан тышҡа һурып сығарырға ярҙам итә.

Әйткәндәй, ҡоролма ябай ғына эшләй. Двигатель винтты хәрәкәткә килтерә һәм һыу эсендә ҡойон хасил була. Ошо өйөрөлтмәк тирәләй ҡара алтын йә башҡа сәнәғәт продукттары йыйыла ла инде.

Бындай технология әле бер ҡайҙа ла ҡулланылмай. Әммә, уны тәү сиратта ҡырыҫ Арктика тарафтарында һынап ҡарап, етештереү линияһын яйға һалырға кәрәк.

Ғалимдар һәм аспиранттар хәҙер инвесторҙарға өмөтләнә. Әгәр, һынау үткән ҡоролма бизнес вәкилдәрендә һәм юғары даирәләрҙә яҡлау тапһа, уға киң ҡулланылыш табыласаҡ. Был иһә экологияны һаҡларға булышлыҡ итәсәк, бынан тыш, яңы етештереү сәнәғәте асыуҙы ла күҙаллай.