Башҡортостанда ҡар яуҙы

Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡар яуҙы

Таулы райондарҙа ҡар ятыуы тураһында интернет селтәрендәге видеоларҙан күрергә мөмкин. Шаһиттар Учалы, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында ерҙең ап-аҡ булыуы тураһында хәбәр итә. Бөгөн республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ошолай бер-нисә көн дауам итәсәк. Дүшәмбегә ҡарай ғына бер аҙ йылыта, һауа температураһы 9 градусҡа тиклем күтәрелә.