Бөгөн республиканың башҡалаһында 10 баллыҡ тығындар теркәлде. Коммунистик, Октябрь революцияһы, Гагарин һәм Баязит Бикбай урамдарында хәрәкәт бөтөнләй туҡтаны тиерлек. Ошо сәбәпле күптәр эшкә һуңланы. Быға тиклем халыҡ туҙан тип мыжыһа, бөгөн иһә ҡар тип екеренде. Бындай тығындар Өфө өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнә. Һауа торошондағы теләһә ниндәй үҙгәреш баш ҡаланың транспорт системаһында киҫкен сағыла. Быны кемдәрҙер автомобилдәр һаны артыуы менән бәйләй.Икенселәре ғәҙәттәгесә коммуналь хеҙмәттәрҙе ғәйепләргә тотона.Социаль селтәрҙә хатта кем урам таҙартыусы машина осратты тигән һорау алыу ҙа ойошторалар. Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә яуған ҡар арҡаһында бигерәк тә Сипайлово биҫтәһендә хәл киҫкен ине, бында ғәҙәттәгесә йөк автомобилдәре тауға күтәрелә алмайынса машиналарҙы артынан йыйҙы. Салауат Юлаев проспектында Ағиҙел аша Аэропорт юлына сыҡан күперҙең бер өлөшөн ябыу сәбәпле тығындар барлыҡҡа килде. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бөгөн ҡала урамдарын таҙартыуға 200 берәмек техника сыҡҡан. Уртаса күрһәткестәр буйынса яуған ҡар артыҡ күп булмаһа ла коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләй. 10 баллы тығындарға ҡала урамдарында кинәт артҡан авариялар ҙа сәбәпсе. Белгестәр автоһәүәҫкәрҙәргә миҙгел алышыныуына техниканың торошон ғына түгел, йөрөтөү оҫталығын да камиллаштырыу кәрәк, тип билдәләй.Әйткәндәй, әле Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә лә ҡар һәм боҙло ямғыр хөкөм һөрә. Мәскәүҙә ошо сәбәптән бер нисә самолет рейсы кисектерелде. Өфөлә иһә һауа суднолары ғәҙәти режимда хеҙмәтләндерә.
Тәүге ҡар һәм тәүге етди тығындар
Тулыраҡ: Тәүге ҡар һәм тәүге етди тығындар