Бөгөн Ураҙа ғәйете билдәләнә. Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан баш ҡаланың Ләлә мәсетендә мосолмандар йыйылып намаҙ уҡыны. Тәүлегенә 20 сәғәткә яҡын һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ тороп, ҙур түҙемлелек, сабырлыҡ талап иткән изге байрамды оҙатырға бөтә халыҡ иртәнсәк мәсеткә йыйылды. Байрам намаҙын уҡып, күңелдәренә иман нуры индерҙе улар. Ураҙа байрамы иң изге байрамдарҙың береһенән һанала. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы уҡыла. Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин хаҡ мосолмандарҙы оло байрам менән ҡотлап ислам дине ҡанундарына тоғро ҡалырға саҡырҙы. Байрам намаҙын уҡырға килеүселәр, бер-береһенең таныштарын да күрә. Изге урында осрашыу, бер-береңә теләктәр әйтеү һәм байрам менән ҡотлау йәшәүҙең асылы булып тора. Әйткәндәй, Ләлә мәсетенә ололар ғына түгел, үҫмерҙәр ҙә, сабыйҙар ҙа йөрөй. Йәш саҡтан дин юлына баҫыу изге эштәрҙән һанала.
Ураҙа байрамы өс көн буйына дауам итәсәк. Һәр кем ҡулынан килгәнсә, татлы ризыҡтар бешереп, байрам табыны әҙерләй, яҡындарын һыйлай, мохтаждарға ярҙам күрһәтә. Рамаҙан айы мосолмандарҙы тәрбиәләй, сабырлыҡҡа, изгелеккә өйрәтә. Күптәр тап ошо айҙа беренсе тапҡыр мәсеткә килә, был изге йортҡа оҙаҡ аяҡ баҫмағандар ҙа ураҙа айында иман йортона йышыраҡ барырға тырыша. Мосолмандар киләһе ураҙаны ла түҙемһеҙләнеп көтөп ҡала.