Ифтар мәжлесе

Тулыраҡ: Ифтар мәжлесе

Кисә ҡояш байыу менән һуңғы ифтар мәжлесе үтте. Сараға төрлө һөнәр эйәләре, абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды. Ифтар ҡояш байыу менән башлана. 11быуат буйы ислам диненең бәрәкәтен тойоп йәшәнек. Был айҙы ҡыуаныс менән, шул уҡ ваҡытта бер аҙ һағыш менән дә оҙатабыҙ,ти Нурмәхәммәт хәҙрәт. Ифтар мәжлесендә сит ил ҡунаҡтары ла бар. Рамаҙан айы дауамында республиканың төрлө райондары буйлап сәйәхәт иттек, урындағы мәҙәниәт менән таныштыҡ, ти улар.