Санкциялар Рәсәйҙе теҙләндерә алмай

Тулыраҡ: Санкциялар Рәсәйҙе теҙләндерә алмай

Германияның Саксония Ландтагы делегацияһы бөгөн айырым йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшереү өсөн министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре менән осраша. Тәүге һөйләшеү — ауыл хужалығы министрлығында. Германия Рәсәй менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән илдәрҙең береһе. Санкциялар булыуға ҡарамаҫтан, тауар әйләнеше былтыр 55 миллиард евроға етте. Һуңғы йылдарҙа ғына Германия компаниялары Рәсәйгә 20 миллиард евро инвестиция йәлеп иткән.