Ошо көндәрҙә КА 32 А11ВС вертолеттары сит илгә осасаҡ.Баязит Касаев Күмертау авиация етештереү предприятиеһында утыҙ йылға яҡын электр ҡоролмаларын монтажлаусы булып эшләй. Үҙемде башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым, ти ул.1962 –се йылда төҙәтеү-механика заводы нигеҙендә авиация заводы барлыҡҡа килә. 1968 йыл завод тәүге «Ка-26» вертолёттарын эшләй башлай. КүмАПП Тымыҡ океан һәм Төньяҡ флоттар өсөн бер нисә Ка-27М вертолеты эшләгән. Күп маҡсатлы Ка-27 вертолеттары Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотындағы диңгеҙ авиацияһында мөһим урынды алып тора. Күмертау авиация-етештереү предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре үҙ эштәрен намыҫлы башҡарғанға, донъяла вертолеттарға һорау ҙур. Төркиәгә янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән өс вертолет әле осоу-һынап ҡарау станцияһында тикшерелә. Алдағы көндәрҙә тағы ла Таиланд, Һиндостан менән килешеү төҙөйәсәкбеҙ, ти предприятие етәкселәре. Күмертау вертолеттары диңгеҙҙә һауа разведкаһы, караптар төркөмдәрен һыу аҫты кәмәләренән һаҡлау, һыу аҫты кәмәләрен һәм караптарҙы эҙләү, асыҡлау, күҙәтеү һәм юҡ итеү, диңгеҙҙә һәләкәткә тарыған экипаждарҙы эҙләү һәм ҡотҡарыу эшен дә башҡара.Беҙ ултырасаҡ вертолет 2000 се йылдарҙа сығарыла башлаған. Ул янғын һүндереү өсөн ҡулланыла..... Әйткәндәй, был машина бар донъяла уңышлы ҡулланыла.Бындай вертолеттар шулай уҡ Ҡытай Халыҡ Республикаһының Йәмәғәт именлеге идаралығының Янғын һүндереү хеҙмәтендә лә үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй. Машиналар ҡала шарттарында янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу операцияларын башҡарыу өсөн файҙаланыла.
Күмертау авиация етештереү предприятиеһы Төркиә менән килешеү төҙөгән
Тулыраҡ: Күмертау авиация етештереү предприятиеһы Төркиә менән килешеү төҙөгән