Июль айында республикала 4 мең 400 бала донъяға килгән. Был үткән айҙағынан күпкә артығыраҡ. Демографияның яҡшырыуына республикала һәм федераль кимәлдә алып барылған эштәр ярҙам итте тип билдәләй белгестәр. Башҡортостанда яңы тыуған тәүге бала өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр 300 мең һум ярҙам ала. Әйткәндәй, яңыраҡ ошо маҡсатта өҫтәмә 690 миллион һум аҡса бүленде. Йыл башынан алып республикала 27 565 сабый донъяға килгән. Уларҙың 40 проценты ғаиләлә икенсе бала булып тыуған бәпәйҙәр өлөшөнә тура килә. Тәүге бала тапҡан әсәләр һаны үткән йылда күберәк теркәлгән. Был күренеш 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы арҡаһында, тип белдерә социологтар һәм дәүләт ярҙамының демографияны арттырыуҙа ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Яңы тыуған сабыйҙар һанының июль айында ҡапыл артыуы бөтә Рәсәй буйынса күҙәтелгән. Июль айында тыуған бәпәйҙәрҙең араһында ғаиләлә икенсе һәм артабанғы булып донъяға килгән сабыйҙар күберәк. Был әсәлек капиталы, бушлай ер биреү программалары һөҙөмтәһе. Шулай уҡ ғаиләләрҙең балалар һанын арттырырға ҡурҡмауы, киләсәккә ышаныстарының көслө булыуы күрһәткесе лә. Белгестәр ҙә үҙ сиратында Рәсәйҙә демографик хәлдең ыңғай буласағын күҙаллай.. Һуңғы йылдарҙа ата-әсәләрҙең бала табыуға һәм тәрбиәләүгә яуаплыраҡ була барыуы күҙәтелә, ти социолог Виктор Николаевич һәм ғаиләнең ныҡлығы ла тыуымды арттырыуға килтерәсәк, тип һанай. Уның ҡарашы: беренсенән, айырылышырға йөрөгән ғаиләләр менән бер рәттән, өйләнешергә йыйынған ҡыҙ һәм егеттәр менән дә психологтар эшләргә, уларҙы ғаилә тормошона әҙерләргә тейеш, икенсенән, яңы тыуған сабыйҙар һан буйынса ғына түгел, ә уларҙың яҡшы тәрбиә, белем алыу һәм киләсәктә яҡшы кешеләр булып үҫә алыу мөмкинлегенең юғары кимәлдә булыуы менән дә иҫәпләнергә тейеш.
Башҡортостанда тыуым арта
Тулыраҡ: Башҡортостанда тыуым арта