Етмеш ветеран йәнә парта артына ултырҙы. Башҡортостан геройҙары программаһының өсөнсө белем биреү сессияһы старт алды. Әгәр тәүге ике модулдә теоретик белем алыу һәм аралашыуға өҫтөнлөк бирелһә, хәҙер мәсьәлә ҡатмарлаша. Өсөнсө этапҡа улар барыһы ла тәжрибә багажы менән килә, һәр ҡатнашыусы стажировка үткән. Кемдер министрлыҡта , кемдер ҡала һәм район хакимиәттәрендә эшләп өлгөргән.
Ун көн дауамында хәрбиҙәргә төбәк һәм муниципаль идара итеү үҙенсәлектәренә тәрән төшөнөргә тура киләсәк. Улар биләмәләрҙе үҫтереү, социаль һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләрен өйрәнә. Тыңлаусылар алдында власть органдары етәкселәре, ҡала һәм район башлыҡтары, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусылары сығыш яһаясаҡ.
«Башҡортостан Геройҙары» программаһы— «Геройҙар ваҡыты» федераль проекттың дауамы булып тора. Уның төп шарты — һәр ҡатнашыусы социаль әһәмиәтле проект әҙерләргә тейеш. Темалар ҙа төрлө: патриотик тәрбиәнән алып цифрлаштырыуға тиклем. Тап ошо йүнәлештәр хәҙер кураторҙар күҙәтеүе аҫтында.
Иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүселәр республиканың кадрҙар резервына эләгәсәк һәм дәүләт органдарында һәм эре компанияларҙа етәксе вазифаларын биләй аласаҡ.






