Зоопарктың яңы ағзалары

Подробнее о новости: Зоопарктың яңы ағзалары

Тәбиғәттә әгәр ҙә арыҫландар һәм тигрҙар ике йылға бер көсөкләһә, баш ҡалалағы зоопаркта улар икенсе йыл рәттән тоҡом арттыра. Хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова зоопарктың яңы ағзалары менән танышып ҡайтты.

Инә тигр Сима зоопаркка килеүселәргә сабыйҙарын күрһәтеп маҡтана. Маҡтанырға хаҡы ла бар – тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килеп, ул икенсе йыл рәттән көсөкләй.

Иректә йәшәгән хайуандарға ҡарағанда ситлектәге йыртҡыстар ике тапҡырға оҙағыраҡ йәшәй һәм балалары ла теүәл үҫә.

Тигр балалары үҙҙәрен яҡшы тоя, һөт имәләр, уйнайҙар. Тиҙҙән зоопарк хужалары хайуандарҙы күрергә килеүселәргә уларҙы һыйпарға ла рөхсәт итәсәк. Дүрт тигр балаһынан бер аҙнаға ғына иртәрәк тыуған арыҫландарҙы әле үк яратырға һәм улар менән фотоға төшөргә мөмкин.

Бер айҙан — яй ярымдан ит тәмен белгән арыҫлан балаларын ситлектә генә күрә алырһығыҙ. Ике ай тулғандан һуң улар тешләшә башлай, ти зоопарк директоры Армен Хачатурян. Яңы донъяға килгән тигр, арыҫлан балаларына ҡушамат һайлайҙар. Әлегә тик береһенең генә исеме бар.

Бер йәшлек үҫмер тигрҙар һәм арыҫландарҙы айырым ситлектәргә күсереп ултыртыу хәстәре менән яна хужа. Әгәр ҙә ерҙе ҡуртымға алыу килешеүен оҙайтыуға ирешә алһа, киләһе йылда ла Өфө халҡы тағы бер тапҡыр мөғжизәле кренеш шаһиты була алыр.