Ошо көндәрҙә Белорет районында тайыштабан туристарҙы эҙәрлекләп ҡаяға ҡыуалап мендергән. Уға тиклем Әбйәлил, Бөрйән һәм Баймаҡ райондарында айыуҙар кешеләргә ташланды.
Ни өсөн республикала йыртҡыстарҙың һәм ҡырағай башҡа йәнлектәрҙең кеше араһына сығыу осраҡтары йышая? Ҡырға сыҡҡанда ниндәй һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк? Йәнлектәр популяцияһы нисек үҙгәрә?
Былар хаҡында Тәбиғттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев менән һөйләшәбеҙ.







