Ведомство илдәге һоро айыуҙар һанын атаны. Бөгөн улар 300 меңдән ашыу. Урман хужалары күпләп Красноярск, Хабаровск, Камчатка крайҙарын, Иркутск өлкәһен төбәк иткән. Якутияла 19 мең самаһы айыу булһа, Бурятия менән Алтайҙа 11 мең самаһы. Министрлыҡ исемлегендә Башҡортостанда йәшәгән айыуҙар тураһында мәғлүмәт юҡ. Шул уҡ ваҡытта республикала урман хужаларының йорт хайуандарына һөжүме лә йышая. Тайыштабандар хәҙер ауылдарға яҡынлай. Ошондай хәл Баймаҡта, Ишембайҙа, Благовещенда күҙәтелә.
Ә быйыл субьектта 630-ҙан ашыу айыуҙы атып алырға рөхсәт биреләсәк.
Студияла ҡунаҡта — Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев.







