Хоҡуҡи программа - 17.04.2021

Смотрите выпуск Хоҡуҡи программа - 17.04.2021
  • Хоҡуҡи программа - 17.04.2021 | 0
  • Хоҡуҡи программа - 17.04.2021 | 1
  • Хоҡуҡи программа - 17.04.2021 | 2
  • Хоҡуҡи программа - 17.04.2021

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар. Эфирҙа "Хоҡуҡи программа", студияла Закир Шәрипов. Беҙҙең бөгөнгө сығарылышта:

  • Башҡортостан халҡын ташҡындың бик ҡатмарлы осоро көтә.
  • Белорет районында бер юлы ике үлемесле авария.
  • Өфөлә 35 йәшлек ҡатынды үлтергән иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.

Ә хәҙер ентекләберәк.

- Синоптиктар быйыл ташҡын шәп һәм көслө буласаҡ тип иҫкәрткәйне. Сөнки, февраль һәм март айҙарында норманан күберәк ҡар яуҙы. Бынан тыш апрелдә ҡапыл йылытып, ҡар шәп ирей башланы һәм һыу туңған ергә һеңә алмай, ауылдарҙы баҫты. Йылғалар ҙа ярҙарынан сығып, халыҡтың йорт хайуандарына етте. Тулыраҡ киләһе сюжетта.

Башҡортостанда ташҡында баланың ғүмере өҙөлә яҙҙы.

Дәүләкәндә ҡар һыуҙары күперҙе баҫа, был урындан малай роликта сығырға була. Әммә уны көслө һыу йығып, ситкә төшөрә һәм тәрәнгә ағыҙып китә. Бәхеткә күрә, яҡындан кешеләр үтеп бара һәм уҡыусыға ярҙам күрһәтә. Ҡотҡарыусылар ташҡын ваҡытында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, тип киҫәтә.

- Ә бына Ағиҙел күпере аҫтында ултырған ике катерҙы ташҡын ағыҙып алып китте.

Тәүҙә уның бәләкәсерәген көслө ағым эләктереп ала. Быны йылға ярында йөрөгән кешеләр видеоға төшөрә.

Һуңынан ҙурыраҡ катер ҙа ташҡынға ҡаршы тора алмай. Күрәһең, йылға судноларын яҡшылап эләктерергә онотҡандар. Катерҙарҙы ҡотҡарыусылар ҡыуып етеп, йылға буйлап һөйрәтеп килтерә.

- Башҡортостан халҡын ташҡындың бик ҡатмарлы осоро көтә.

Сөнки тау йылғаларында әле ташҡындың көслө мәле, һуңынан Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларында һыу күтәрелә башлай. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитетынан белдерәләр. Ҡотҡарыусылар төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәңәш итә.

Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йыл йәй тап Азамат Салауат улы һыу буйында ял иткәндә бәләкәй Иван Русскихҡа беренсе ярҙам күрһәтә. Ҡаһарман тураһында Русских ғаиләһе Рәсәй президентына хат яҙа. Тулыраҡ — киләҙе видеояҙмала.

- Белорет районында үлемесле авария.

Өфө-Белорет трассаһында Тойота машинаһы юлдан сығып оса. Ҡотҡарыусыларға емерелгән салондан 7 кешене сығарырға тура килә. Дүртәүһе дауаханаға оҙатыла, үкенескә, ашығыс ярҙам машинаһында бер ҡатындың ғүмере өҙөлә.

 — Юл автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 46 йәшлек водитель танышының машинаһын Өфөгә илткән, юлда ул пассажирҙар алған.

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола? Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиларға йүнәлтелгән? Хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә.

- Йәнә Белорет районында үлемгә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы.

"Skoda Octavia” водителе юлдан ситкә сығып китә һәм ағасҡа барып бәрелә. Белорет районынан 30 йәшлек ир урында йән бирә. Авария сәбәптәре асыҡлана.

- Стәрлетамаҡта мопед менән идара иткән ир һәләк булды.

Тыныслыҡ урамында 25 йәшлек кеше мопед менән аунай һәм троллейбустың артҡы тәгәрмәсе аҫтына инеп китә. Бер-нисә тонналыҡ йәмәғәт транспорты йәш егеткә мөмкинлектәр ҡалдырмай, ул шунда уҡ үлә.

- Өфөлә унлаған трамвай туҡтап торҙо.

- Социаль селтәрҙәрҙә һалынған видеонан күренеүенсә, барыһына ҡара автомобиль хужаһы ғәйепле. Ул машинаһын трамвай юлына ҡуя һәм тәгәрмәсен алыштыра башлай. Йүнһеҙ водителдең был ҡылығы күптәрҙе эшкә һуңларға мәжбүр итә. Сөнки, уларға йәйәүләп барырға тура килә.

- Өфөнөң Рабкоров урамында административ бина янды.

Янғынға 2 ранг ҡатмарлылыҡ бирелде. Ут һүндереүгә 48 кеше һәм 17 техника йәлеп ителә. 30 эшсе эвакуациялана. Янғын 400 квадрат метр майҙанда тарала, шуға уны бер-нисә сәғәт һүндерәләр. Ике участка булдырыла. Бинала 9 ойошма урынлашҡан. Бәхеткә бер кемдә зыян күрмәй һәм һәләк булмай. Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Ленар Вәхитов.

- Өфөлә 35 йәшлек ҡатынды үлтергән иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Тикшереү барышында ул полиция хеҙмәткәренә һөжүм итеп маташты.

Миахил Бухарин ҡатын фатирын һатҡанын һәм 2 миллион һумы барын белеп, уны үҙенең гаражына саҡыра. Тап шунда ул ҡатынды быуып үлтерә һәм аҡсаһын урлай. Бер-нисә айҙан кәүҙәһен Калинин исемендәге паркҡа алып барып күмә. Ҡулға алынғас енәйәтсе ҡәберҙе күрһтәрегә ризалаша. Әммә, хоҡуҡ һаҡсыһына көрәк менән һуғып, ҡасырға тәүәкәлләй. Ғәйебен ир барыбер таныманы.

Йыйылған дәлилдәр Михаил Бухариндың ғәйебен тулыһынса раҫланы. Уға 19 йыл ҡаты режимлы төрмәлә ултырырға тура киләсәк.

- 12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала тураһында хәбәр иткәйнек. Ул һауығыуға табан бара. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Әле бала реабилитация курстары үтә. Мөгжизәгә тиң хәл тураһында Сәлимә Исламова әҙерләгән видеояҙмала.

Өфөлә видеокамераларҙы урлаусыны видеокамера ярҙамында тоттолар.

Күп ҡатлы йорттарҙың береһенән был ир ике камераны сәлдерә. Полиция кадрҙарҙы өйрәнеп, кешеләрҙән һорау алып, ошо уҡ өйҙә йәшәүсе 32 йәшлек ирҙең эҙенә сыға. Ул быға тиклем дә хөкөм ителгән була. Шунда уҡ уғры ғәйебен таный һәм комиссия магазинына һатҡанын һөйләй. Матди зыян күләме 4 мең ярым һум. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Бөгөнгө сығарылыш тамам. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә именлек теләп хушлашабыҙ. Киләһе аҙнала осрашҡандарға тиклем, һау булығыҙ.