Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 16.01.2026 Байрамдарҙан һуң организмды тәртипкә килтерәбеҙ

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 16.01.2026 Байрамдарҙан һуң организмды тәртипкә килтерәбеҙ

Тиҙ арала үҙеңде нисек формаға килтерергә? Ҡаты диеталар тотмайынса ғына ябығырға мөмкинме. Ошо һәм башҡа һорауҙарға дөрөҫ туҡланыу тураһында барыһын да белгән табип-диетолог Гөлнур Күскилдина яуап бирҙе.

Ә яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина көнөнә үҙеңә 30 минут ҡына ваҡыт тапҡанда, организмды сәләмәтләндерергә, йәшәрергә, ғөмүмән, тормошто ыңғай яҡҡа үҙгәртергә мөмкин тип иҫәпләй.