Ябығыр өсөн нимә ашарға? Был һорау яйы йыл байрамдарынан һуң айырыуса көнүҙәк. Сер түгел, һәммәбеҙ ҙә ун көн буйына ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөп, майонезлы салаттар, майлы ҡаҙ, бәлештәр ашап рәхәтләндек тә,эш аҙнаһы башланыу менән ҡапыл диеталар, ябығыу тураһында уйлана башланыҡ. Ҡаты диетаға ултырмай ғына ябығып буламы? Бының өсөн ниндәй ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә, ә ҡайһыларынан бөтөнләй баш тартырға. Ғөмүмән, үҙеңде формаға килтереүҙең иң һөҙөмтәле ысулдары ниндәй.
Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн дөрөҫ туҡланыу тураһында барыһын да белгән терапевт — диетолог Лариса Ҡотлоева яуап бирәсәк.