Йылдың иң наҙлы, иң күркәм байрамы – халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө алдынан тамашасыларыбыҙҙы милләтебеҙҙең аҫыл ҡыҙҙары менән таныштырырға ашығабыҙ. Әлбиттә,уларҙы күптәр белә, изге эштәренә һоҡлана.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ләйсән Рабаданова һәм Силәбе өлкәһенән "Алтын ҡурай" башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге етәксеһе Рушания Нишанова.







