Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 14.04.2026 "Ете ҡыҙ" берләштерә

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 14.04.2026 "Ете ҡыҙ" берләштерә

"МХО-ға юлланғанға тиклем һәм унан әйләнеп ҡайтҡандан һуң барған тормош – бөтөнләй ике төрлө донъя. Кеше ғүмере – "бығаса" һәм "артабан" тигән төшөнсәләргә бүленә, — ти "Ете ҡыҙ" ойошмаһын ойоштороусыһы һәм уның етәксеһе Ләйсән Рабаданова.

Хәләл ефете МХО-ға ебәрелгәндән һуң, Ләйсән Фларит ҡыҙының да үҙ өлөшөн индерергә, унда хеҙмәт иткән яугирҙарға ярҙам күрһәтеү теләге менән яна башлаған. Хәҙер иһә ойошманың бөтә республикала ғына түгел, унан ситтә лә бүлексәләре бар. Ҡыҙҙар үҙҙәре һалдаттарға гуманитар ылау йөрөтөү генә түгел, элеккесә фронтҡа "агитбригада" алып барған шикелле, артист һәм алып барыусыларҙан торған ижади команда йыйып, һалдаттарҙың күңелен дә дәртләндереп ҡайталар.

Яңыраҡ иһә, Дағстан республикаһында МХО-ла хеҙмәт иткән, хәбәрһеҙ юғалған һәм яуҙа вафат булған һалдаттарҙың әсәләрен, ҡатындарын, кәләштәрен туплаған "Йөрәктәр берҙәмлеге – Дағстан һәм Башҡортостан – Берҙәмлек йылында" исемле форумда "Ете ҡыҙ" ойошмаһы ла ҡатнашҡан. Ләйсән Рабаданова һәм Розалия Хисмәтуллина эфир дауамында форум сиктәрендә үткән саралар, тәьҫораттары, кисерелгән хис-тойғолары менән дә бүлеште. Алдағы план-ниәттәре лә ҙур ҡыҙҙарҙың.

"Егеттәребеҙҙе, ирҙәребеҙҙе ауыр саҡта бер үк терәкһеҙ һәм ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа – беҙҙең маҡсат", — тип йомғаҡлай әңгәмәне тапшырыу ҡунаҡтары.

Әңгәмәнең яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Алып барыусыһы – Айгөл Хисамова.