Башҡортостанда бизнес-шериф инстититуты үҙен тулыһынса аҡлай. Был турала республика Хөкүмәтенең профиль министрлығынан белдерәләр. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм йүнәлеше өсөн яуаплы ведомство мәғлүмәтенә ҡарағанда, быйыл район-ҡалаларҙа 210 тапҡыр "Эшҡыуарлыҡ сәғәтәре" үтеп, уларҙа 2 мең ярым проект ҡаралған. Башҡортостанда 150 мең бәләкәй эшҡыуарлыҡ субьекты бар. Йүнселлек менән шөғөлләнергә ниәтләүселәргә дәүләт үҙе лә ярҙам күрһәтергә әҙер. Бының өсөн төрлө льготалар, субсидиялар юҡ түгел. Тап дәүләт һәм эшҡыуарҙар араһындағы мөнсәбәтте бизнес-шерифтар көйләй инде. Был йәһәттән Башҡортостанда өлгө булырлыҡ райондар ҙа бар. Уларҙың йәнә бер бурысы – махсус хәрби операцияла ҡатнашып, бөгөн “ветеран” статусына эйә булғандар менән эшләү. Студияла ҡунаҡта – Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестиция һәм эшҡуарлыҡ буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Илгиз Аҙнаев.
Хэйерле иртә, Башҡортостан! - 06.10.2026 Эшҡыуарҙарҙы кем яҡлай?
"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.







