Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең һәр дүртенсеһе бизнесын ябырға йә йәшерен эшләргә мәжбүр буласаҡ. Эксперттар исеменән ошондай белдереүҙәр йыш ишетелә башланы. Быға тәү сиратта, һалым системаһындағы үҙгәрештәр төп сәбәпсе тип билдәләнә. Ябай ҡулланыу, һатып алыусы өсөн 2026 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр бәлки һиҙелмәйҙер ҙә, шулай ҙа тауар йә хеҙмәттең арттырылған хаҡына һалына торған һалым йәғни НДС ҡағиҙәләре үҙгәреүе, дөрөҫөрәге уның артыуы хаҡтарҙа ла сағылмай ҡалмаҫы билдәле. Нимә үҙгәрҙе һуң? 1 ғинуарҙан кесе бизнес өсөн һалым буйынса ташламалар кәметелде тип әйтергә мөмкин. Йәғни быға тиклем йыллыҡ аҡса әйләнеше 60 миллион һумға етмәгән эшҡыуарҙар НДС түләүҙән бушатылһа, хәҙер был сик 20 миллионға тиклем кәметелде. Шулай уҡ, хеҙмәткәрҙәр өсөн страховка иғәнәләре буйынса льготалы ставка бөтөрөлә. Был үҙгәрештәр эшҡыуарлыҡта һәм һөҙөмтә булараҡ һәр кемебеҙҙең көнкүрешендә нисек сағылыр? Башҡортостанда йүнселдәргә ярҙам итеү саралары һәм тармаҡтың киләсәккә стратегик үҫеш йүнәлештәре ниндәй?
Был хаҡта алдағы минуттарҙа "Опора России" кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ләйсән Николаева менән һөйләштек.







