Йома иртәһендә һәммәгеҙгә яҡшы кәйеф, уңышлы көн теләйбеҙ һәм йыр-моңға тулы йәнле, ҡыҙыҡлы әңгәмәгә вәғәҙәләйбеҙ. Башҡаса мөмкин түгел, сөнки бөгөн беҙҙә ҡунаҡта күктән төшкән түгел, ә үҙҙәренең йырҙары менән әллә нисәмә быуынды әсир иткән йондоҙҙар, яратҡан йырсыларыбыҙ Башҡортостандың халыҡ артистары Лилиә Ишемйәрова һәм Венер Камалов.







