Хәйерле иртә, республика! - 27.11.20 Ҡурай моңонда - халҡым тарихы

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - 27.11.20 Ҡурай моңонда - халҡым тарихы
Хәйерле иртә, республика! - 27.11.20 Ҡурай моңонда - халҡым тарихы

Беҙҙең бөгөнгө әңгәмә мөғжизәле, һәр кемдең күңелен әсир итерҙәй милли музыка ҡоралы тураһында булыр. Ҡурайҙың даны көндән-көн арта, уға иғтибар ҙа көсәйә. Ҡурай сәнғәтенә, милли уйын ҡоралыбыҙҙы танытыуға йәш ҡурайсыларыбыҙ тос өлөш индерә. Беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ ҙа ҡурайҙы пропагандалауҙы, үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуйған. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы, "Саптар" ҡурай мәктәбе ойоштороусыһы, күптәребеҙҙең яратҡан ҡурайсыһы Юлай Ҡасимов. Ошо көндәрҙә ул үҙенең өр-яңы проектын башлап ебәрҙе. Ул "Саптар видеомонологтары" тип атала.