Торатау конгресс-холында үтәсәк үҙенсәлекле сарала тамашасы башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы һәм уның заманса яңғырашы менән таныша аласаҡ. Беҙ был саранан ситтә ҡала алманыҡ һәм студияға бөгөн күптәрегеҙҙең яратҡан ҡурайсыһы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы Юлай Ҡасимовты саҡырҙыҡ. Беҙҙең әңгәмәгә ҡыл ҡумыҙсы Зәлиә Ғәниәтуллина ла ҡушыласаҡ.
Хәйерле иртә, Республика! - 04.03.22 Серле ҡурай моңдары
Республикабыҙҙың йәш һәм талантлы ҡурайсыһы Юлай Ҡасимов Башҡортостан-24 телеканалы менән берлектә үҙенең яҙғы сағыу тамашаһына әҙерләнә.