Хәйерле иртә, республика! - 04.12.20 Милли матбуғат - милләт киләсәге

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - 04.12.20 Милли матбуғат - милләт киләсәге
Хәйерле иртә, республика! - 04.12.20 Милли матбуғат - милләт киләсәге

Гәзит-журналдар быуаттар дауамында алыштырғыһыҙ мәғлүмәт сығанағы булып ҡала. Замана менән бергә киң мәғлүмәт саралары ла үҙгәреш кисерә. Технологиялар, интернет үҫеше гәзит-журналдарҙың йәмғиәттәге торошона айырыуса йоғонто яһай. Әммә бындай көсөргәнешле ваҡытта ла мәғлүмәт саралары үҙ урынын юғалтмай, яңы шарттарға яраҡлашырға тырыша. “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында милли матбуғаттың иң абруйлы баҫмаларының береһе – “Башҡортостан” гәзите тураһында һүҙебеҙ.