Бөгөн беҙ боронғо дауалау ысулдарының береһе — массаж тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Ул беҙҙең эраға тиклем барлыҡҡа килһә лә, актуаллеген һаман да юғалтмай. Уның ярҙамында хатта кешене бәхетлерәк итергә мөмкин. Сөнки массаж яһағанда кешенең организмында бәхет гормондары – эндорфин һәм дофамин арта, ә бына стресс гормандары, киреһенсә, кәмей. Ә бына көнөнә бер-ике тапҡыр ҡолаҡтарҙы ышҡып, еңелсә генә массаж эшләһәң, иммунитетты нығытырға, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртырға мөмкин.
Массаждың кеше һаулығына тағы ла ниндәй ыңғай йоғонтолары бар икән? Ошо өлкәләге белгес, массажсы Илшат Рәхимов студиябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы.