"Хәйерле иртә, Республика!" программаһының 31-се август сығарылышы һеҙҙе "алмалар иленә" саҡыра. Бөгөнгө тапшырыу Бөрө районынан әҙерләнде.
Фермерҙар Гөлшат менән Рөстәм Урмановтар ҡуртымға 20 гектар ер алып, унда 30 төр алма, армыт, грек сәтләүеге, абрикос, ҡарағат, еләк, бөрлөгән үҫтерә. Йүнселдәр баҡсаһын ҡарарға ғына йылына 2 мең сәйәхәтсе килә.