Емеш-еләкте һаҡлау хужабикәләр өсөн көнүҙәк мәсъәлә. Шуға ла алмағас, грушаларҙың үҫентеләрен һайлағанда уҡ сортына иғтибар итергә кәрәк, ти беҙҙең бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ. Уларҙың кәңәштәренә мотлаҡ ҡолаҡ һалыр кәрәк. Сөнки емеш-еләктең, айырыуса груша һәм алмағастарҙың сорттары буйынса уларҙан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр.
Студиябыҙҙа — Бөрө ҡалаһынан емеш-еләк үҫтереүсе крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рөстәм Урманов һәм уның тормош иптәше Гөлшат Урманова. Ҡунаҡтарыбыҙ 30 йылға яҡын баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, емеш-еләк үҫтерә. Тиҫтә йылдар алмағастарҙың һәм грушаларҙың төрҙәрен өйрәнә.