Хәйерле иртә, Республика! - 20.09.2022 Театрҙа яңы миҙгел

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
Хәйерле иртә, Республика! - 20.09.2022 Театрҙа яңы миҙгел

29 сентябрҙә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры 32-се театр миҙгелен аса. Был ваҡиғаны коллектив ҙур тулҡынланыу һәм әҙерлек менән көтә.

Театр актерҙары Илнур Атйетәров һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсова менән яңы миҙгелде асыуға әҙерлек, репетициялар, премьералар һәм гастролдәр тураһында әңгәмә ҡорабыҙ.