Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 16.01.2024 Театраль радиокисә

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 16.01.2024 Театраль радиокисә

Башҡортостандың данлы мәҙәни усаҡтарының береһе – Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры. 2023 йылды театр коллективы ҙур уңыштар, ҡаҙаныштар менән оҙатты. Сәхнәлә яңы спектаклдәр пәйҙә булды, Башҡортостан ҡалалары, шул иҫәптән баш ҡалабыҙ Өфөлә гастролдәр ҙур аншлаг менән үтте, яңы постановкалар өҫтөндә эш башланды.
"Рәсәй-Башҡортостан" радиоһының "Өфө уттары" проектының 16-сы ғинуар сығарылышында беҙ башҡорт драма театры актерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Резеда Әмекәсова, актерҙар Рәсил Сынбулатов һәм Илнур Атйетәров менән шулай уҡ 2024 йылға ижади пландар, көтөләсәк премьера, ниәтләнгән маҡсаттар, илһамлы асыштар тураһында һөйләштек. "Театраль радиокисә"нең яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Алып барыусыһы Айгөл Хисамова, тауыш режиссеры – Марат Рәхмәтуллин.