Тәмле ашаған-тартышҡан, тип атаныҡ бөгөнгө эфирыбыҙҙы. Ысынлап та, был әйтем бөгөнгө хәлебеҙҙе, йәшәү рәүешебеҙҙе сағылдыра кеүек. Барыбыҙ ҙа татлы ашарға яратыбыҙ, ул ғына ла түгел, ашығыс тормошта йәшәп, ярым фабрикаттарға, сифатһыҙ ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Һөҙөмтәлә, баҫып алған бихисап сирҙәргә зарланабыҙ.
Халыҡ медицинаһына бәйле иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән, үҙе ғүмере буйына шифалы үләндәр көсөн өйрәнгән, белгәндәрен башҡаларға өйрәткән, дөрөҫ туҡланыуҙы пропагандалаған халыҡ табибы Зәүхиә Ҡәҙербәкова.