Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Дәүләт дңДумаһының һаулыҡ һаҡлау комитеты ултырышында 2023 йылға йомғаҡ яһап, һуңғы йылдарҙа медицина ярҙамын күрһәтеү ландшафы ҡырҡа үҙгәрҙе, тип белдерҙе. Был тәүге звено - поликлиникаларҙа,фельдшер акушерлыҡ пункттары, амбулаториялар эшендә бигерәк тә һиҙелеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһында ла уны күҙәтергә мөмкин. 2023 йылда, мәҫәлән, республика тарихында тәүге тапҡыр сабыйҙарҙың үлем осрағы рекордлы түбән кимәлдә теркәлгән.
Ошо һәм медицинаға бәйле башҡа үҙгәрештәр тураһында БР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, Өфөнөң Дим районы клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов һәм ошо уҡ дауахана табибы-онкологы Илдар Өмөтбаев менән һөйләшеү "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының 26-сы марттағы сығарылышында булды.