Хәйерле иртә, Республика! - 28.10.2022 Йөрәкте һаҡлайыҡ!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 28.10.2022 Йөрәкте һаҡлайыҡ!

Иртәгә, 29-сы октябрҙә, Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө. Эксперттар әйтеүенсә, донъяла йыл һайын яҡынса 7 миллион кешегә инсульт диагнозы ҡуйыла. Рәсәйҙә был һан 500 меңгә етә. Шуныһы ҡурҡыныс һуңғы ваҡыт шап-шаҡтай йәш кешеләр ҙә был мәкерле сир ҡорбанына әйләнә. Инсульт нилектән барлыҡҡа килә, уны алдан иҫкәртеп буламы, замана сирен булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә?

Әңгәмәне Республика кардиология үҙәге баш табибының поликлиника эше буйынса урынбаҫары, кардиолог Гүзәл Минеғәли ҡыҙы Ғүмәрова менән дауам итәбеҙ.