29-сы октябрь - Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө.
Эксперттар билдәләүенсә, донъяла йыл һайын яҡынса 7 миллион кешегә инсульт диагнозы ҡуйыла. Рәсәйҙә был һан 500 меңгә етә. Шуныһы ҡурҡыныс һуңғы ваҡытта йәш кешеләр ҙә был мәкерле сир ҡорбанына әйләнә. Инсульт нилектән барлыҡҡа килә, уны алдан иҫкәртеп буламы, замана сирен булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә?
Ошо һәм башҡа һорауҙар менән беҙ белгескә мөрәжәғәт иттек. Студиябыҙ ҡунағы — медицина фәндәре кандидаты, нейрохирург Резида Ғәлимова.