Хәйерле иртә, Республика! - 11.11.2022 Тәүәккәлдәр заманы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 11.11.2022 Тәүәккәлдәр заманы

Шахмат — аҡыл көсө, зирәклек талап иткән боронғо уйындарҙың береһе. Ул әлегә көндә лә үҙ популярлығын юғалтмаған. Шахмат кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итә тиҙәр. Ә бына, яңы башҡорт шахматы уйыны тарих буйынса белемде лә арттырырға ярҙам итер, тигән фекерҙә беҙҙең бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ.

Үҙенсәлекле сувенир авторҙары, "Самрау" нәшриәте ойоштороусылары Мансур Ғилфанов менән Вилнур Хәсәнов һәм йәш эшҡыуар, ағас оҫтаһы Әлфир Ғәлиәкбәров.