20-се ноябрҙә Бөтә донъя балалар көнө билдәләнә. Тап 1989 йылдың ошо көнөндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан "Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция" ҡабул ителә. Документҡа ярашлы баланы һаҡлау, яҡлау уның өсөн яҡшы йәшәү шарттары булдырыу һәм иң мөһиме сәләмәтлеген хәстәрләү - төп мәсьәлә булып тора.
Байрам уңайынан республиканың һаулыҡ-һаҡлау учреждениеларында балалар аҙналығы үтәсәк. Был сара тураһында ентекләберәк студияға саҡырылған ҡунағыбыҙ — Өфөнөң 6-сы балалар поликлиникаһы табибы, аллерголог-иммунолог Юлиә Искәнйәрова һөйләр.