Иртәгә, 3 декабрҙә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында матур кисә ойошторола. Филармония артистары менән Өфө блогерҙары сәхнәлә бергә сығыш яһаясаҡ.
Беҙҙең тапшырыуҙың ҡунаҡтары – Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Салауат Мөхмәтйәров, филармонияһының камера оркестры солисы, йырсы, блогер Илзирә Ҡудашева, блогер, төрлө саралар алып барыусы, тамада Лилиә Дәүләтбаева.
Хәйерле иртә, Республика! - 02.12.2022 Бер сәхнәлә - #Бәйләнештә!
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.