Хәйерле иртә, Республика! - 09.12.2022 Башҡортостандың йөҙөк ҡашы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 09.12.2022 Башҡортостандың йөҙөк ҡашы

Бөгөн беҙ республикабыҙҙың иң яҡшы шифаханаларының береһе  — "Красноусол" шифаханаһыы эшмәкәрлеге тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Күптәрҙең яратҡан ял һәм дауалау комплексы бер ҙә урынында тормай, ул һәр ваҡыт үҫеш юлында, диагностика йүнәлештәре киңәйтелә, дауалау ысулдары кимиллаштырыла, ял шарттары яҡшыртыла. Килгән һәр ҡунаҡ дауаланып, ял итеп, тәбиғәттән йән һәм тән сихәте алып ҡайтһын өсөн шифаханала нимәләр эшләнә? Был хаҡта "Красноусол" курорты директоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Рәмил Бәҙретдинов менән әңгәмә ҡорабыҙ.