Сәләмәт кеше — бәхетле кеше. Ә сәләмәтлек үҙ ҡулыңда. Тик уны ваҡытында хәстәрләргә кәрәк. Бөгөн беҙ республикабыҙҙың иң яҡшы шифаханаларының береһе — Красноусол эшмәкәрлеге тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ.
Дауалау комплексы йылдан-йыл үҫешә, диагностика йүнәлештәре киңәйтелә, дауалау ысулдары кимиллаштырыла, ял шарттары яҡшыртыла. Хәрбиҙәр өсөн реабилитацияның айырым программаһы хаҡында ла һүҙ йөрөтөрбөҙ. Был хаҡта Красноусол шифаханаһы директоры үҙе һөйләргә әҙер. Медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Рәмил Бәҙретдинов бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.