Хәйерле иртә, Республика! - 11.01.23 Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы

2023-сө йыл Башҡортостанда "Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы" тип иғлан ителде.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 11.01.23 Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы

Ваҡыт үтә, ә бына изге эштәр оҙаҡҡа хәтерҙә ҡала. Күберәк изгелектәр ҡылайыҡ, дуҫтар! Бигерәк тә, быйыл, сөнки 2023 Башҡортостанда "Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы" тип иғлан ителде.
Был турала Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Уның һүҙҙәренсә, һәр кем тыуған төйәге өсөн изге ғәмәлдәр ҡылырға теләй. Кемдер күберәк, кемдер аҙыраҡ, әммә һәр кем быны эшләһә, һөҙөмтә бик яҡшы буласаҡ.
Был юҫыҡта тәүге аҙымдар ҙа бар. Республикала 2021 йылдан алып "Атайсал" проекты уңышлы бойомға ашырыла. унда тәүгеләрҙән булып ҡатнашыусыларҙың береһен бөгөн "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуына саҡырҙыҡ.

Тыуған ере, халҡы өсөн янып йәшәгән, эшләгән кешеләр генә бәхетле булалыр. Тап беҙҙең студияның бөгөнгө ҡунағы һымаҡ. Танышайыҡ: билдәле йәмәғәт эшмәкәре, "Уңайлы спорт" төбәк проекты координаторы, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары, меценат, Фәрит Ғиндуллин.