Беҙҙең бөгөнгө тапшырыуҙы тыуған яҡтарынан алыҫта булғандар ҙа ҡарайҙыр, тип ышанабыҙ.
Сөнки, сығарылышты атайсалға, бәләкәй Ватаныбыҙға бағышлайбыҙ. Иң яҡыны ул ата-әсә йорто, йүгереп тәпәй атлаған тыуған яҡ. Беҙҙең барыбыҙҙы ла ошо атайсалыбыҙ берләшерә лә инде.
Замандаштарыбыҙ араһында тыуған яҡтарына ярҙам итеүселәр ҙә байтаҡ. Бөгөн ошо хаҡта әңгәмә ҡорабыҙ. Студиябыҙ ҡунағы — хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Балаҡатай районының почетлы гражданы Флүрә Мурзина.