Бөгөн Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Ошо өлкәлә көс түккән ғалимдарыбыҙға яңы асыш-ҡаҙаныштар теләп, ташырыуыбыҙҙы башлайбыҙ.
Ә программабыҙ Башҡортостанда барлыҡҡа киләсәк яңы ғилми-күргәҙмә үҙәге — Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейына бағышлана. Турахан мавзолейы тирәләй буласаҡ объект туристик яҡтан ғына түгел фән яғынан да ҡыҙыҡлы булырға тейеш тип күҙаллана.
Яңы музейҙың үҙенсәлектәре, төҙөлөш проекты һәм уның әһәмиәте хаҡында студиябыҙҙың ҡунаҡтары менән әңгәмә ҡорасаҡбыҙ. Моңло тәнәфестән һуң, барығыҙҙы ла һөйләшеүгә ҡушылырға Башҡортостанда Евразия музейы төҙөлөүе хаҡында “Шүлгән-Таш” тарихи-музей комплексын асыу тантанаһында Радий Хәбиров хәбәр иткәйне.
Яңы объект бер нисә тарихи ҡомартҡыны берләштерәсәк, улар иҫәбендә — Турахан менән Хөсәйенбәктең кәшәнәләре. Комплекс нигеҙендә студенттар өсөн лабораториялар, уҡыу һәм лекция аудиториялары планлаштырыла. Музей эргәһендә осрашыуҙар үҙәге, "оҫталар ҡаласығы", ипподром менән һыбайлы спорт үҙәге, ҡымыҙ йорто, ашханалар һәм сәйәхәт-ял урындары, СПА ҡунаҡханалары ла төҙөү планлаштырыла.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин һәм Красноусол шифаханаһы директоры, медицина фәндәре докторы Рәмил Бәҙретдинов.