Республикалағы иң ҙур музейҙарҙың береһе – Евразия халыҡтары цивилизацияһын сағылдырасаҡ комплекста күләмле эштәр башланырға тейеш. Ошо турала Радий Хәбировтың Шишмәгә эш сәфәрен барышында белдерелде. "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуындағы бөгөнгө һөйләшеү ошо һәм башҡа мәсьәләләргә бәйле булды.
"Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы студияһы ҡунағы — Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.