Хәйерле иртә, Республика! - 13.02.2023 Ат уйната Бөрйәндәр

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 13.02.2023 Ат уйната Бөрйәндәр

Ғәҙәттәгесә, республикабыҙ райондарынан килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡаршыларға әҙербеҙ. Бөгөн улар - Бөрйәндән. Әйткәндәй, ҡышҡы ат ярышы республикала тап Бөрйәндә башланғыс ала. Исмәғил Ғәбитов исемендәге ҡышҡы уйындар быйыл 54-се тапҡыр үткәрелә.

Студия ҡунаҡтары — Бөрйән районы мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Айгиз Шәрипов, ярышта ҡатнашыусы Фидан Мәзитов, Аҫҡар ауыл хакимиәте башлығы Ғәни Юлдашев.