Ауыл халҡының тын алышы, мәшәҡәттәре, маҡсаттары һәм уңыштары хаҡында булыр бөгөнгө сығарылыш. Алдағы минуттарҙа сәмләнеп, дәртләнеп донъя көткән замандаштарыбыҙ менән әңгәмә ҡорорға ниәтләгәнбеҙ. Беҙҙә ҡунаҡта Бөрйәндәр. Районда туризмдың иң әүҙем үҫешкән өлөшө, серле тарих менән сорналған Шүлгән, йәғни Ғәҙелгәрәй ауылы вәкилдәре. Республиканың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, уҡытыусы Миннәхмәт Ғилметдин улы Йомағужин, әүҙем йәмәғәтсе, ауыл ағинәйе, күп балалы әсәй Гөлсиә Ғәҙелша ҡыҙы Йомағужина һәм ветеран спортсылар араһында гер күтәреү буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, күп балалы әсәй Сәмәрә Әхәт ҡыҙы Хәлитова. Хәйерле иртә, хуш килдегеҙ хөрмәтле ҡунаҡтар.
Хәйерле иртә, Республика! - 26.11.2025 Ауыл киләсәге
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.







