Башҡортостанда туберкулез менән сирләүсе балалар һаны арта. Бер йылда ошо ауырыу өлгөләре 34 сабыйҙа табылған. Тын юлдары һәм үпкәләргә ҡурҡыныс менән янаған ауырыуҙан ҡотолоп буламы? Ни өсөн туберкулез тарала? Әңгәмәбеҙ ошо турала барасаҡ. Һөйләшеү балаларға ғына ҡағылмай. Өлкәндәр өсөн дә туберкулез хәүефе ҙур.
Студиябыҙ ҡунағы – Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш фтизиатр-белгесе Миннинур Азаматова.