Хәйерле иртә, Республика! - 05.05.2023 Берҙәмлектә көсөбөҙ!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 05.05.2023 Берҙәмлектә көсөбөҙ!

Башҡортостандың битараф булмаған оло йөрәкле ирекмәндәре менән әңгәмә ҡорорға булдыҡ. Сөнки уларҙың фиҙәҡәр хеҙмәте ысынлап та оло маҡтауға һәм иғтибарға лайыҡ. Беренсе ҡунаҡтарыбыҙ  — "Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ" ойошмаһы ирекмәндәре Гөлдәр Сибәғәтуллина һәм Резеда Ибраһимова. Ирекмәндәр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле 20-нән ашыу төр әйбер әҙерләп ебәрә.

Өфөнөң «Маскировка «Щит» ирекмәндәр ойошмаһы алғы һыҙаттағы яугирҙарыбыҙға маскировкалау селтәрҙәре үрә. Октябрь айында ғына эш башлаған был ойошма республика буйынса егерменән ашыу цех асҡан. Яугирҙар өсөн селтәр үрергә теләүселәр һаны көндән-көн арта. Бөгөн беҙ студиябыҙҙа ошо ойошманың иң әүҙем ирекмәндәренең береһе Хәмдиә Дәүләтованы ла сәләмләйбеҙ.